5 декабрь, Дүшәмбе

01 сентябрь 2016 йыл, 16:22

Виртуоз Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Мәскәүҙә варган фестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Мәскәүҙә Халыҡ-ара варган фестивалендә сығыш яһай. Виртуоз ҡумыҙсы бер нисә халыҡ һәм автор композицияларын тәҡдим итә.

Илдең баш ҡалаһында варган фестивале 16-18 сентябрҙә уҙа. Өс көн буйына Алтай, Башҡортостан, Мәскәү, Тыва, Венгрия музыканттары үҙҙәренең оҫталығын күрһәтәсәк. Программала оҫталыҡ дәрестәре, варган оҫталары конкурсы һәм концерт ҡаралған. Фестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәт —  «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмдә.