9 декабрь, Йома

01 сентябрь 2016 йыл, 15:45

Баш ҡалала «Һөт иле» асыла

фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 3 сентябрҙә Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында илдәге иң ҙур һөт байрамы — «Һөт иле» фестивале ойошторола. Унда 27 һөт эшкәртеүсе предприятие төрлө ризыҡтар тәҡдим итә, уларҙың һәр береһе үҙенең программаһын, конкурстар, презентациялар әҙерләгән.

Килгән ҡунаҡтарҙы бер стакан һөт көтә, бының өсөн ойоштороусыларға яҡынса 10 тонна ошо файҙалы һәм натураль аҙыҡ кәрәк буласаҡ.

«Һөт иле»нең майҙансыҡтары, быйыл улар 20-нән ашыу, киске сәғәт 6-ға тиклем эшләй. Улар араһында Һөт киностудияһы, Һөт почтаһы, Һөт өсөн сейф, Һөт кафеһы, Һөт оҫтаханалары, «Ватан» паркы, Һөт бары, Балалар клубы, аттракциондар һәм бейеү майҙансығы бар.

Фестиваль биләмәһендә тәүге тапҡыр Һөт Арбаты — урам артистары һәм һөнәрселәр менән ял итеү урыны барлыҡҡа киләсәк.

Бынан тыш, FIFA 16 уйыны буйынса ғәмәлдәге донъя чемпионы Роберт Фәхретдинов менән киберспорт майҙансығы ойошторола. Ул «Өфө» футбол клубы өсөн сығыш яһай. Теләгән һәр кем үҙен ошо спорт төрөндә һынап ҡарай ала.

«Һөт иле-2016» фестивале иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Былтыр «Һөт иле»ндә 40 мең самаһы кеше ҡатнашҡан, 10 тонна һөт эселгән.

Һөт йәрминкәһендә өфөләр 44 тонна самаһы һөт аҙығын, биш тоннаға яҡын аҡ май, 2,6 тоннанан күберәк ҡаты сыр, тоннаға яҡын йомшаҡ сыр, 1,9 тонна туңдырма, 14 мең банка ҡуйыртылған һөт, 3,5 тоннанан ашыу ҡымыҙ һәм бер тонна кәзә һөтөн тәмләп ҡараған.

темалар: һөт иле