9 декабрь, Йома

01 сентябрь 2016 йыл, 15:18

Рөстәм Хәмитов республика уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 1 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө буйлап эш сәфәре барышында 31-се урта мәктәптә Белем көнөнә арналған тантаналы линейкала ҡатнашты һәм уҡыусыларҙы, студенттарҙы уҡыу йылының башланыуы менән ҡотланы.

– Һеҙҙе Белем көнө менән ҡотлайым. Уңайҙан файҙаланып, республиканың барлыҡ уҡыусыларына ошондай ҡотлау һүҙҙәрен еткерәм. Беҙҙә ярты миллион самаһы уҡыусы, 200 меңдән ашыу студент иҫәпләнә. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөгөн миллион самаһы йәш кеше парта артына ултыра. Был – мөһим ваҡиға, – тине Рөстәм Хәмитов. – Мин һеҙҙең яҡшы кешеләр булып үҫеүегеҙгә, артабан һәйбәт белгес булыуығыҙға ышанам. Уңыштар, яҡшы кәйеф, ауырлыҡтарҙы еңә белеү һәм изгелектәр юлдаш булһын. Уҡытыусыларға түҙемлек һәм үҙ эшенең оҫтаһы булыуҙарын теләйем. Ата-әсәләр ошо ҡатмарлы уҡыу процесында һәр саҡ ярҙам итәсәк. Яҡындарҙың ярҙамы мөһим һәм кәрәк, тип иҫәпләйем. Беҙ, власть структуралары, һәр саҡ һеҙҙең эргәлә һәм мәктәптәр, уҡыу йорттары иң яҡшыһы булһын өсөн тырышабыҙ.