8 декабрь, Кесе йома

01 сентябрь 2016 йыл, 14:18

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Власть яуап бирә» тип аталған яңы проект башланды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан юлдаш телеканалында «Власть яуап бирә» тип аталған яңы проект башланды. Студия ҡунаҡтары — республика министрҙары һәм ведомство етәкселәре.

«Власть яуап бирә» тапшырыуында тәүгеләрҙән булып Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашты. Социаль ярҙам саралары, социаль хеҙмәтләндереү системаһын реформалау, халыҡ мәшғүллеге һөйләшеүҙең төп темаһы булды.

Тапшырыу Башҡортостан юлдаш телеканалында һәр кесаҙна киске сәғәт 10-да тура эфирҙа бара.