9 декабрь, Йома

01 сентябрь 2016 йыл, 13:20

Республикала 55 мең беренсе класс уҡыусыһы өсөн яңы уҡыу йылы башланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 1 сентябрҙә Башҡортостанда 55 мең самаһы бала тәүге тапҡыр парта артына ултыра, 450 мең уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башлана. Республикала 1362 мәктәп уҡыусылар өсөн үҙ ишектәрен аса.

Өфөлә 107 меңдән ашыу уҡыусы дөйөм белем биреү учреждениеларына бара, уларҙың 12 мең самаһы — беренсе класс уҡыусылары.

Тантаналы линейкаларҙан һуң «Минең буласаҡ һөнәрем» һәм «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре» темаһына асыҡ дәрестәр үткәрелә. Һуңынан һәр уҡыу йорто Белем көнөнә арналған байрам ойоштора.  

Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова уҡыусыларға, уларҙың ата-әсәләренә һәм уҡытыусыларға ҡотлау менән мөрәжәғәт итте. Унда былай тиелә: «Яңы ҡаҙаныштарға нигеҙ һалған етди эштең сираттағы осоро башлана. Киләһе уҡыу йылы яңы ҡаҙаныштарға һәм асыштарға бай булһын. Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыу өсөн бөтә көстө һалырға кәрәк, сөнки заманса шарттарҙа сифатлы белем алыу — тормошта уңыш ҡаҙаныу мөмкинлеге ул. Уҡытыусылар һәм мәғариф ойошмалары етәкселәре өсөн Белем көнө — үҫеп килеүсе йәш быуынды тәрбиәләү буйынса яңы яуаплы эштең башланыуы. Хөрмәтле уҡытыусылар, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ижади көс, бәхет һәи именлек теләйем!».