8 декабрь, Кесе йома

01 сентябрь 2016 йыл, 12:36

Стәрлебаш районындағы агрофирма етәксеһе Бәләбәй сырын ниндәй һөттән яһауҙары тураһында һөйләне

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 31 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлебаш районына эш сәфәре барышында Баҡый ауылында «Правда» агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөтсөлөк-тауар фермаһын ҡараны. Был ферма «500 ферма» республика маҡсатлы программаһында ҡатнаша.

Ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Эдуард Аветисян 2013 йылда программа сиктәрендә 200 баш малға иҫәпләнгән һыйыр аҙбарының яңыртылыуы хаҡында һөйләне. 2014 йылда 180 башҡа иҫәпләнгән ангар тибындағы яңы һыйыр аҙбары төҙөлдө. Объекттың хаҡы 19,8 миллион һум тәшкил итте. 4,5 мең тоннаға иҫәпләнгән силос-сенаж ҡоролмаһын ремонтлау тамамлана.

Былтыр фермала 1,9 мең тонна һөт етештерелгән. Һәр һыйырҙан уртаса һауым 5,6 мең килограмм тәшкил иткән. Эдуард Аветисян әйтеүенсә, әлеге ваҡытта бында көн һайын яҡынса 7,5 тонна һөт һауып алына һәм сыр эшләү өсөн Бәләбәй һөт комбинатына ебәрелә.

Хужалыҡтың сәсеүлектәре 4,8 мең гектар майҙанды биләй. 2015 йылда яҡынса 3,5 мең тонна ашлыҡ йыйылған. Һәр гектарҙан уртаса уңыш 16,2 центнер тәшкил иткән. Быйыл гектарҙан 17,5 центнер уңыш алына. Ауыл хужалығы миҙгеле тамамланғансы 900 гектар ужым культураларын сәсеү күҙаллана.

Республика Башлығы иген һаҡлағысты, әҙерләнгән һаламды ҡараны. Ул Белоруссия технологияһы буйынса төргәккә уралған, тип билдәләне Эдуард Аветисян.