6 декабрь, Шишәмбе

01 сентябрь 2016 йыл, 11:29

Фёдоровка районында яңы мәктәп асылды

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 31 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Фёдоровка районында булды. Белем көнө алдынан Фёдоровка ауылында 1-се урта мәктәпте асыу тантанаһы үтте.

Объект туғыҙ ай эсендә төҙөлдө. Уның хаҡы Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә бүленгән 250 миллион һум тәшкил итте.

Быға тиклем белем биреү учреждениеһы иҫке генә бинала урынлашҡайны. Эш сәфәрҙәренең береһендә Рөстәм Хәмитов ауылда яңы мәктәп төҙөргә кәрәклеген билдәләне һәм төбәк Хөкүмәтенә финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушты.

Хәҙер 375 урынлыҡ 1-се урта мәктәп дөйөм майҙаны 6,7 мең квадрат метрлыҡ заманса өс ҡатлы корпуста урынлашҡан. Беренсеһендә – башланғыс кластар блогы, оҫтахана, медицина бүлмәһе, ашхана, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн санитар бүлмәләр, икенсеһендә – физкультура һәм тамашалар залы, өсөнсө ҡатта – китапхана. Мәктәптә 19 уҡыу кабинеты бар.

Директор Константин Морозов әйтеүенсә, 1 сентябрҙә 33 уҡыусы беренсе класҡа бара. 2016-2017 уҡыу йылында бында 19 класс-комплект эшләйәсәк.

– Мәктәптәр төҙөү киләһе йылдарҙа федераль һәм республика власы өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш буласаҡ. Эш шунда: 2025 йылға беҙ бер сменалы уҡытыуға күсергә тейешбеҙ. Әммә бының өсөн байтаҡ эшләргә кәрәк. Әлеге мәсьәләне хәл итә алырбыҙ, тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөнгө мәктәпкә килгәндә, был – күптән көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға. Һуңғы 10-15 йылда уҡыусыларҙың ниндәй шарттарҙа белем алғанын беләм. Хәҙер иһә улар яңы мәктәптә уҡыясаҡ.

Республика Башлығы ауыл халҡын яңы мәктәптең асылыуы менән ҡотланы һәм ундағы шарттар менән танышты. Информатика кабинетында ул интернеттың тиҙлеге менән ҡыҙыҡһынды. Ул ни бары 1 Мбит/с тәшкил итә, тине директор. Рөстәм Хәмитов был мәсьәләне хәл итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Һуңынан республика етәксеһе район үҙәгендә йәшәүселәр менән аралашты, улар, үҙ сиратында, уға яңы мәктәп һәм инфраструктура үҫеше өсөн рәхмәт белдерҙе.