Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Ғибәҙәт ҡылыусылар Покров-Эннатская монастырына яңы күпер аша бара ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

31 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Фёдоровка районында булды һәм Ашҡаҙар йылғаһы аша күпер менән Яңы Михайловка ауылына инеү юлы төҙөлөшөн тикшерҙе.

Иҫке юл, күпер емерелгән, был М.В. Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативының малсылыҡ фермаһы һәм «Ашҡаҙар» балалар һауыҡтырыу лагеры урынлашҡан ауыл менән бәйләнеште ауырлаштыра ине. Ауыл янында – Покров-Эннатская монастыры. 2013-2016 йылдарҙа монастырға бөтә илдән 30 меңдән ашыу ғибәҙәт ҡылыусы килгән.

Объектта эштәр 2014 йылдың авгусында башланған. Уның хаҡы 30 миллион һум тәшкил иткән. Ике һыҙатлы автомобиль юлының оҙонлоғо – 0,5 саҡрым, күперҙең иһә 30 метр.

Рөстәм Хәмитов башҡарылған эштәрҙең сифатын баһаланы һәм район етәкселеге менән биләмәне үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть