8 декабрь, Кесе йома

31 август 2016 йыл, 17:40

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең көсәйәсәге һәм томан төшәсәге хаҡында иҫкәртә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы 1 сентябрҙә елдең көсәйәсәге һәм томан төшәсәге хаҡында иҫкәртә. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, кесаҙна төбәктә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Көндөҙ көнбайыш райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, урыны менән йәшен йәшнәйәсәк. Ел көньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 8-13, көндөҙ 21-26 градус йылы. Иртән юлдарға томан төшөүе ихтимал.