Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала 319 инвестиция проекты әҙерлек һәм тормошҡа ашырыу стадияһында

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда дөйөм күләме 267 миллиард һумлыҡ 319 инвестиция проекты әҙерлек һәм тормошҡа ашырыу стадияһында. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков хәбәр итте.

Төбәк муниципалитеттарының инвестиция әүҙемлеге фекер алышыуҙың төп темаһы булды.

Сергей Новиков әйтеүенсә, республиканың барлыҡ биләмәләрендә инвестиция паспорттары әҙерләнгән. Ирекле инвестиция майҙансыҡтары реестрын булдырыу һәм алып барыу тәжрибәһе файҙаланыла, төбәк башҡарма власть органдарын йәлеп итеп, бизнес-берләшмә вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрелә. Бынан тыш, эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамын алыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ярҙам күрһәтелә.

Ултырышта ҡатнашыусыларға Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы әҙерләгән норматив-хоҡуҡи акттар проекты тәҡдим ителде.

Уларҙың береһе муниципалитеттарҙың инвестиция эшмәкәрлеген әүҙемләштереү буйынса саралар планын раҫлай. Планда инвестиция вәкилдәре эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса бурыстар билдәләнгән. Ошо йүнәлештә уларҙың эш регламентын раҫлау һәм урындағы кимәлдә проект идара итеүен индереү буйынса методик тәҡдимдәр әҙерләү ҡаралған, тип аңлатма бирҙеләр Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Икенсе документ уңайлы инвестиция мөхите өсөн шарттар тыуҙырыуға һәм конкуренцияны үҫтереүгә ярҙам күрһәтеү буйынса Башҡортостандың муниципаль райондарын һәм ҡала округтарын баһалау методикаһын билдәләй.

Муниципалитеттарҙың рейтингын төҙөгәндә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарында продукция әйләнеше, уларҙың һаны, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр иҫәпкә алына.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть