5 декабрь, Дүшәмбе

31 август 2016 йыл, 16:06

12 сентябрь Башҡортостанда ял көнө тип иғлан ителде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ҡорбан байрамы уңайынан 12 сентябрь Башҡортостанда ял көнө тип иғлан ителде. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, биш көнлөк эш аҙнаһы булғанда республикала 10,11 һәм 12 сентябрь ял көндәре булып тора.

Ҡорбан байрамы — хаж тамамланыуын белдергән ислам байрамы. Ул Ураҙа байрамынан һуң 70 көн үткәс, Зөлхизә айының унынсы көнөндә билдәләнә.