4 декабрь, Йәкшәмбе

31 август 2016 йыл, 15:39

«Ағиҙел» журналы Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсында ҡатнашырға саҡыра

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Ағиҙел» журналында Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсына эштәр ҡабул итеү дауам итә. Хикәйәләр башҡорт телендә яҙыла, темаһы ирекле. Уларҙың күләме 17 биттән артмаҫҡа, жанр талаптарына яуап бирергә тейеш. Конкурсҡа бығаса донъя күрмәгән әҫәрҙәр генә ҡабул ителә.

Бер автор конкурсҡа бер генә хикәйәһен тәҡдим итә ала, үҙе хаҡында биография һәм фотоһы, «Ағиҙел»де алдырыуы мотлаҡ. Материалдарҙы «Конкурс» тигән билдә менән редакцияның электрон почтаһына ебәрергә мөмкин. Әҙәби ярыш 2017 йылдың июненә тиклем дауам итә. Бәйгегә киләһе йылдың сентябрендә йомғаҡ яһала.

Беренсе урын алыусыға — 15 мең һум, икенсе урын өсөн — 10 мең, өсөнсө урынға биш мең һум аҡса тапшырыла. Шулай уҡ өсәр мең һумлыҡ өс дәртләндереү призы ҡаралған. Конкурсты ойоштороусылар — «Ағиҙел» журналы, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы һәм Көйөргәҙе районы хакимиәте.

Рәшит Солтангәрәев (1935-2000) — билдәле башҡорт яҙыусыһы, 20-нән ашыу китап авторы. Уның әҫәрҙәре рус, татар, үзбәк, сыуаш, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. 1978 йылда «Йылы ямғыр» һәм «Нефтселәр юлынан» китаптары өсөн Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ булған.

темалар: әҙәби конкурс