Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә Башҡорт балы байрамы уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Ғафури районының Сәйетбаба ауылында Башҡорт балы байрамы уҙҙы. Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм район хакимиәте.

Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, «умартасылыҡ — ата-бабаларыбыҙҙың тарихи тамырҙары меңдәрсә йыл элекке осорға барып тоташҡан боронғо шөғөлө». Байрамдың маҡсаты башҡорт халыҡ кәсептәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм традицияларын һаҡлау ине.  

Йәрминкәлә урындағы фермерҙар үҫтергән йәшелсә һәм еләк-емеш тәҡдим ителде. Ҡунаҡтар һәм район халҡы балдың төрлө төрҙәрен һәм тәмен баһаланы. Теләгән һәр кем үҙенә оҡшаған балды һатып алды һәм байрам концертын ҡараны.

Сауҙа менән бергә Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистарының сығышы үрелеп барҙы. Бейеүҙәр, мөнәжәттәр, моңло йырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Байрам уңайынан ауылдың иң яҡшы кешеләренә Халыҡтар дуҫлығы йортоноң, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының, Апитерапия һәм умартасылыҡ үҙәгенең, ауыл биләмәһе хакимиәтенең һәм «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәгенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть