Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Бер аҙна эсендә Башҡортостанда икмәккә һәм һөткә хаҡ артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

Башҡортостанстат 22 августан 29-на тиклем социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы күҙәтеү мәғлүмәттәрен баҫтырып сығарҙы.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, беренсе һәм икенсе сортлы бойҙай ононан бешерелгән икмәк, ҡаластар (1,1 процентҡа), стерилләнгән һөт (1 процентҡа) ҡиммәтләнгән.

Тауыҡ йомортҡаһына, сусҡа итенә, көнбағыш майына, һыйыр итенә, тауыҡ итенә, дөгөгә, тоҙға, ҡара сәйгә, пастеризацияланған һөткә (0,7-0,1 процентҡа) хаҡтар күтәрелгән.

Шул уҡ ваҡытта картуф (9,2 процентҡа), кишер (9), башлы һуған (6,4), аҡ күсәнле кәбеҫтә (2,8), тары (1,3), шәкәр ҡомо (1,1), туңдырылған балыҡ (1), вермишель, арыш икмәге, ҡарабойҙай (0,7-0,2) арзанайған.

Аҡ майға, алмаға, һарыҡ итенә, бойҙай онона хаҡтар үҙгәрмәгән.

Июль айында Башҡортостанда хаҡтар 0,3 процентҡа артҡан. Йыл башынан инфляция 3,7 процентҡа еткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть