8 декабрь, Кесе йома

31 август 2016 йыл, 12:50

Төбәктә 200-ҙән ашыу кеше Берҙәм дәүләт имтиханын ҡайтанан тапшырыу өсөн ғариза биргән

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 5 сентябрҙә Рәсәйҙә Берҙәм дәүләт имтиханын ҡайтанан тапшырыу башлана. Имтиханда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтмәгән йәки унда бер йә иһә ике мотлаҡ предмет буйынса ҡәнәғәтләнерлек билдәһен алмаған уҡыусылар ҡатнашырға хоҡуҡлы.

Сентябрҙә рус теле һәм математика (база кимәле) буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы һәм дәүләт сығарылыш имтиханы үткәрелә. Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 216 кеше ғариза биргән. Имтихандар Өфөләге 100-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбендә ойошторола.

5 һәм 14 сентябрҙә уҡыусылар рус теленән, 8-дә һәм йәнә 14 сентябрҙә математиканан һынау тапшыра.