Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала берҙәм страховка агенты системаһы эшләй башланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

30 августа Башҡортостанда берҙәм страховка агенты системаһы эшләй башланы. Бер аҙна элек республика Хөкүмәте башланғысы буйынса Рәсәй банкы Башҡортостанды ОСАГО полистарын биреүҙең яңы системаһы ғәмәлгә ингән проблемалы төбәктәр иҫәбенә индерҙе. Уның мәғәнәһе шунда — сират булдырмау, страховка фирмаларына финанс йөкләмәһен кәметеү һәм зыянды тигеҙ бүлеү.

2 августан проект Волгоград, Мурманск, Ростов, Силәбе өлкәләрендә, Краснодар крайында эшләй. Һуңғараҡ улар иҫәбенә Иванов, Архангельск өлкәләре, Башҡортостан, Татарстан индерелде.

Февраль айында ОСАГО полистарын тултырыуға бәйле ауырлыҡтар килеп тыуҙы, ти иҫкә төшөрә «Коммерсант-Өфө» гәзите. Компаниялар, төрлө һылтау табып, ОСАГО тултырыуҙы сикләне. Ғариза биреүселәрҙе бер тәүлек алдан «тере» сиратҡа ҡуйҙылар. Баҙар лидерҙарында өҫтәмә страховкалау төрҙәренә бәйле ОСАГО полистары ғына сиратһыҙ тултырылды, әммә хәҙер уның менән дә проблемалар килеп тыуҙы. Страховкалаусылар төбәктә «автогражданка»ның файҙаһыҙ булыуына һылтана, тип билдәләй баҫма.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть