Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө ҡалаһы Советында 36 депутаттың 22-һе йәнә мандат өсөн көрәшә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфө ҡалаһы Советында 36 ғәмәлдәге депутаттың 22-һе йәнә мандат өсөн көрәшә. Етәүһе — партия исемлеге буйынса, тағы ла 15-е бер мандатлы һайлау округтары буйынса һайлана. Ҡала хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында Өфөнөң һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Татьяна Гайдаренко ошондай мәғлүмәттәр килтерҙе.

Быйыл 344 күрһәтелгән кандидаттың 208-е теркәлгән, шуларҙың 124-е — берҙәм һайлау округы һәм 84-е — бер мандатлы округтар буйынса.

Киләһе саҡырылыштан Өфөнөң депутаттар корпусының вәкәләттәр ваҡыты биш йыл тәшкил итәсәк. Кандидаттар исемлеген күрһәтеү шарттары 2016 йылдың 16 майында үҙгәртелде. Хәҙер исемлектең дөйөм өлөшөнә һәр сәйәси партиянан өс кандидат инә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть