4 декабрь, Йәкшәмбе

31 август 2016 йыл, 10:07

Башҡортостанда Хеҙмәт ресурстары менән идара итеү концепцияһы раҫланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән Хеҙмәт ресурстары менән идара итеү концепцияһын раҫланы. Ул төбәктең һөҙөмтәле социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеүсе хеҙмәт ресурстарын булдырыу һәм файҙаланыу системаһын камиллаштырыу буйынса маҡсаттарҙы, бурыстарҙы һәм принциптарҙы үҙ эсенә ала.

Хеҙмәт ресурстарына инвалидтарҙан һәм льготалы шарттарҙа пенсия алыусыларҙан тыш, хеҙмәт йәшендәге халыҡ, шулай уҡ хеҙмәт йәшенән үтеп эшләп йөрөүселәр, сит илдән килгән хеҙмәт мигранттары ҡарай.

Ир-егеттәр өсөн хеҙмәт йәше — 16-59, ҡатын-ҡыҙҙарға — 16-54.

Концепция этап буйынса тормошҡа ашырыла. Беренсе этапта — 2016-2017 йылдар — Концепцияның төп йүнәлештәрен тормошҡа ашырыуҙы тәьмин иткән саралар планын, республика һәм муниципаль норматив-хоҡуҡи базаһын әҙерләү күҙ уңында тотола.

Икенсе этап — 2018-2023 йылдар — Концепцияның төп йүнәлештәрен тормошҡа ашырыуҙы, мәшғүллек һәм хеҙмәт ресурстары менән идара итеүҙе камиллаштырыу өлкәһендә хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһен дөйөмләштереүҙе һәм анализлауҙы күҙ уңында тота.

Өсөнсө этапта — 2024-2025 йылдар — хеҙмәт ресурстары менән идара итеү өлкәһендә сәйәсәтте тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре баһалана.

Концепцияның өҫтөнлөклө йүнәлештәрен үтәү 2025 йылға республиканың хеҙмәт потенциалын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген, иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың мәшғүллек кимәлен күтәрергә, квалификациялы хеҙмәт мигранттарын йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.

Ошо Концепция сиктәрендә сараларҙы үтәү өсөн республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә аҡса бүлеү талап ителмәй.