4 декабрь, Йәкшәмбе

30 август 2016 йыл, 17:45

Көҙгө сессияла Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары 50-нән ашыу закон проектын ҡараясаҡ

фото: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Көҙгө сессияла Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары 50-нән ашыу закон проектын ҡарарға ниәтләй. Парламентарийҙар алдында бер нисә яңы закон ҡабул итеү һәм ғәмәлдәгеләренә үҙгәрештәр индереү бурысы тора. Республика Парламенты Рәйесе Константин Толкачёв даими нигеҙҙә эшләгән депутаттар менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе.

Көҙ көнө бөтә комитеттар алдында республика ҡаҙнаһын ҡарау һәм раҫлау бурысы тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе.

«Һәр кем ошо эшкә әүҙем ҡушылырға тейеш. Депутаттар бөтә һайлау округтарында Башҡортостан халҡының именлеге һәм мөһим проблемаларҙы хәл итеү ошо документты ни тиклем яҡшы итеп эшләүебеҙгә бәйле булыуын аңларға тейеш», — тине Константин Толкачёв.

Дәүләт Думаһына проекттар индереү буйынса башланғыс хоҡуғын тормошҡа ашырыу республика парламентының федераль закон сығарыу процесында төп ҡатнашыу формаларының береһе булып ҡала. Шуға бәйле Константин Толкачев допинг ҡулланған кешеләр өсөн федераль ҡануниәтте ҡатыландырыу кәрәклеген билдәләне. Парламент етәксеһе профилле комитеттарға башҡа илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнергә һәм Дәүләт Думаһына индереү өсөн башланғыс әҙерләргә ҡушты.