Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Белем көнөндә Өфөлә республика һәм Мәскәү артистары ҡатнашлығында концерт ойошторола

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә студенттарҙы һәм уҡыусы йәштәрҙе Белем байрамына саҡыралар. Сара 1 сентябрҙә киске сәғәт 5-тән 10-ға тиклем Конгресс-холл алдындағы майҙанда уҙа.

Ҙур мәҙәни программа тәҡдим ителә. Байрам башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығышынан башлана. Улар араһында Лилиә Ишемйәрова, Сәғиҙулла Байегет, Диана Ишниязова, Ян Лира, МС Баш, Рәил Өмөтбаев, Таһир Әсәҙуллин, Йәмил Баймырҙин бар. Ойоштороусылар тамашасылар өсөн көтөлмәгән бүләктәр һәм уйындар әҙерләй. Еңеүсегә велосипед тапшырыла. Сәғәт 8-ҙән һуң байрамды Мәскәүҙең «Вираж» һәм «Бурито» төркөмдәренең сығышы дауам итә.

Сараны ойоштороусылар — Өфөнөң Киров районы хакимиәте һәм «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть