Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда игендең уңышы планлаштырылған күрһәткестән юғарыраҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Әлеге мәлгә республика аграрийҙары яҡынса 3,214 миллион тонна ашлыҡ йыйған.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 11 райондың һәр береһе 100 мең тоннанан ашыу иген йыйған. Стәрлетамаҡ (152 мең тонна), Саҡмағош (130 мең), Илеш (128 мең) һәм Мәләүез (124 мең) районы хужалыҡтары башҡаларҙан күберәк ашлыҡ һуҡҡан.

Республикала 1,714 миллион гектар майҙанда (96 процент) иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған, 1,7 миллион гектарҙа (95 процент) һуғылған.

Әле гектарҙан уртаса уңыш 18,9 центнер тәшкил итә. Саҡмағош районы игенселәре алда бара, улар һәр гектарҙан 30,5 центнер уңыш ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть