Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөләрҙе Террорға ҡаршы көрәш буйынса теләктәшлек көнө уңайынан концертҡа саҡыралар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

3 сентябрҙә М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейында Террорға ҡаршы көрәш буйынса теләктәшлек көнөнә арналған концерт була.

«Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр» тип аталған программала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары башҡарыуында романстар яңғырай. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Татьяна Михайлюк, Татьяна Мамедова, Вера Ромашова, Светлана Закирйәнова һәм скрипкасы Лена Самойлова сығыш яһай. Концертмейстер — Наталия Кочурова. Концертты Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виктория Симонова үткәрә.  

Сара көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

Иҫтәлекле дата 12 йыл элек Беслан ҡалаһының 1-се мәктәбендә балаларҙы, ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы аманатҡа алыу һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк булған фажиғәле ваҡиғаларға бәйле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть