Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Йәш спортсылар Төмәндә приздар яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.

Төмәндә ҡаяға үрмәләү буйынса Рәсәй беренселеге уҙҙы. Өфө ҡыҙы Ирина Сабитова юниорҙар араһында тиҙлеккә ярышта беренсе урын алды һәм Рәсәйҙең спорт мастеры нормативын үтәне.

Салауаттан Алмаз Нагаев йәш үҫмерҙәр араһында тиҙлеккә ярышта өсөнсө урын яуланы.

Юниор Данил Закиров (Өфө) Рәсәй беренселегендә күп төрлө ярышта еңеп сыҡты, ауырлыҡҡа ярышта — өсөнсө, боулдерингта — икенсе, ике төр ярышта икенсе булды.

2-4 сентябрҙә Австрияла тиҙлеккә һәм ауырлыҡҡа ярыш буйынса Европа беренселеге үтә. Республика исеменән өфөләр Дарья Кан һәм Ирина Сабитова, шулай уҡ Алмаз Нагаев сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть