Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә Греция инвесторҙары халыҡ-ара экологик үҙәк төҙөргә ниәтләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Йәрмәкәй районында эш сәфәре менән Грецияның Милли экологик тикшеренеүҙәр үҙәге делегацияһы (РАКОЕ) булып китте. Уларҙың маҡсаты экологик яҡтан таҙа ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өсөн шарттарҙы өйрәнеү ине. РАКОЕ президенты профессор Панайотис Христодулакис һәм ойошманың төп ғилми хеҙмәткәре профессор Панайотис Яннакопулос делегация составында булды.

Район хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ҡунаҡтар етештереү, инфраструктура һәм социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты, район активы менән муниципалитет биләмәһендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Делегация Йәрмәкәй һыу һаҡлағысын, таҙа тоҡомло аттар үрсетеү менән дан тотҡан «Родина» агрофирмаһын, «Толпар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡымыҙ етештереү цехын ҡараны.

Эш сәфәре Казбей биләмәһендә тамамланды. Күпсәнәй йылғаһы буйында урынлашҡан элекке ҡасабала эшҡыуар Юрий Макаров эсәр һыу етештереүсе цех асҡан. «Кристальный родник» һыуының сифатына 94 анализ яһалған.

Греция инвесторҙары район менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Атап әйткәндә, «Кульчум» студент һауыҡтырыу лагерында халыҡ-ара экологик үҙәк асыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть