8 декабрь, Кесе йома

30 август 2016 йыл, 13:00

Рәсәйҙәрҙең 21 проценты уҡытыусы һөнәрен абруйлы тип һанай

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәйҙәрҙең 21 проценты уҡытыусы һөнәрен абруйлы тип һанай, 37 проценты ҡапма-ҡаршы фекерҙә. 1 сентябрь алдынан Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге ил халҡына «Уҡытыусыларҙың эшен нисек баһалайһығыҙ?» тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Һорауға яуап биреүселәрҙең 62 проценты балаларының һәм ейәндәренең уҡытыусылары менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Бары тик 14 проценты ғына бөгөн уҡытыусыларҙың күпселеге үҙ бурыстарын үтәп еткермәй тип иҫәпләй. Һөнәри талаптарға тап килмәүҙе йыш ҡына хеҙмәт хаҡының түбән булыуы (29 процент), эштең күплеге (12 процент), шулай уҡ тейешле квалификация, тәжрибә юҡлығы (10 процент) һәм эшкә ҡыҙыҡһыныу булмауы (11 процент) менән бәйләйҙәр.

Респонденттарҙың 53 проценты заманса мәктәптәргә ҡарағанда уларҙы яҡшыраҡ уҡытҡандар тип иҫәпләй. Һорауға яуап биреүселәрҙең 14 проценты кире фекерҙә.

Рәсәйҙәрҙең 48 проценты мәктәптә белем биреүҙе «уртаса», 31 проценты — «насар», 14 проценты «һәйбәт» тип баһалаған.