10 декабрь, Шәмбе

30 август 2016 йыл, 12:08

Башҡортостанда Экология йылының иң яҡшы эмблема проектына һәм слоганына конкурс дауам итә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылының эмблемаһына һәм слоганын эшләү конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итә.

Конкурсҡа 2016 йылдың 1 ноябрендә йомғаҡ яһала. Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр, «Тәбиғәт» республика экология журналына йыллыҡ подписка менән бүләкләнә.

Бәйгелә теләгән һәр кем, шул иҫәптән авторҙар коллективы ҡатнаша ала. Ғаризалар һәм проекттар быйыл 1 октябргә тиклем nikandrova.n@bashkortostan.ru электрон почтаһына йәки Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86, 213-сө бүлмә адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмә өсөн телефон: (347) 218-04-29.