10 декабрь, Шәмбе

30 август 2016 йыл, 11:40

Республика ғалимдары — Рәсәй Фәндәр академияһы эксперттары

фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандан алты ғалим — Рәсәй фәндәр академияһы эксперттары. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре ошо абруйлы исемгә лайыҡ булды. Улар — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры вазифаһын башҡарыусы, география фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Айбулат Псәнчин, башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре Фирҙәүес Хисаметдинова, тарих фәндәре докторы, атҡаҙанған фән эшмәкәре Рима Сөләймәнова, институттың төп ғилми хеҙмәткәре, лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары лабораторияһы мөдире, башҡорт теленең машина фондын булдырыусы Зиннур Сиражетдинов, филология фәндәре кандидаты, тел ғилеме бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Шамил Нафиҡов, филология фәндәре кандидаты, тел ғилеме бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Гөлназ Баһауетдинова-Йәғәфәрова.

Рәсәй Фәндәр академияһы эксперттары экспертиза объекттарына, шул иҫәптән ғилми-техник программалар һәм проекттарға, ғилми ойошмалар эшмәкәрлегенең ғилми һөҙөмтәләренә, ғилми һәм ғилми-техник һөҙөмтәләргә, фән, фәнни-техник һәм инновация эшмәкәрлеге, интеллектуаль милекте һаҡлау өлкәһендәге норматив-хоҡуҡи акттарға, ғилми-техник ҡарарҙарға экспертиза үткәреүҙә әүҙем ҡатнашасаҡ.

Эксперттар көҙ көнө үк эшкә тотонасаҡ. 2016 йылдың ноябренән 2017 йылдың февраленә тиклемге осор айырыуса ҡыҙыу булмаҡсы. Рәсәй Фәндәр академияһы төрлө ведомствоға ҡараған дәүләт ойошмалары эшмәкәрлегенең 100 һөҙөмтәһенә экспертиза үткәрергә һәм федераль ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә булдырылған биш мең ғилми һәм ғилми-техник һөҙөмтәләргә йомғаҡ яһарға тейеш. Бынан тыш, Рәсәй фәндәр академияһы эксперттары фәнни, фәнни-техник һәм инновация эшмәкәрлеге, интеллектуаль милекте һаҡлау өлкәһендә норматив-хоҡуҡи акттарҙы анализлауға йәлеп ителә.