Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайын «Арғымаҡ» этно-төркөмө лидеры етәкләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайын музыкант, «Арғымаҡ» этно-төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов етәкләне. Сибайҙа «Башҡорт халҡы Рәсәйҙең именлеге һәм сәскә атыуы өсөн» төбәк-ара форумы сиктәрендә ойошманың ойоштороу съезы уҙҙы. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Урал аръяғына республика райондарынан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Татарстандан һәм Пермь крайынан вәкилдәр килде. Йәштәр яңы берекмәнең уставын ҡабул итте, башҡарма комитеттың составын раҫланы.

Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайын ойоштороу тураһында июнь айында Баймаҡ районында үткән «Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя» форумы барышында иғлан ителгәйне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть