9 декабрь, Йома

29 август 2016 йыл, 16:59

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетына яңы етәксе тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Светлана Бурдюк Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Тейешле указға республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған. Икенсе указ менән Ирина Васимирская, пенсияға сығыу сәбәпле, вазифаһынан бушатылды, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Светлана Николаевна Бурдюк 1966 йылда Липецк өлкәһендә тыуған. ВЛКСМ Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Юғары комсомол мәктәбен һәм Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.  

Төрлө йылдарҙа магазин мөдире, «Березовский» совхозының комсомол комитеты секретары, Өфөләге ижад йортонда түңәрәк етәксеһе, «Колос» предприятиеһында һатыусы, «Тандем» предприятиеһында бухгалтер, һуңынан «Өфө һөт заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең фирма магазинында бухгалтер, «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһында баш бухгалтер, директор урынбаҫары, «Стройпроектсервис» төҙөлөш фирмаһының финанс директоры, Башҡортостандағы Тарифтар буйынса дәүләт комитетының торлаҡ-коммуналь һәм социаль хеҙмәттәрҙе көйләү бүлеге етәксеһе, рәйес урынбаҫары була.