10 декабрь, Шәмбе

29 август 2016 йыл, 16:02

Рәсәй Хөкүмәте Төркиәгә чартер рейстарын асырға рөхсәт итте

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәй Хөкүмәте Төркиәгә чартер рейстарын асырға рөхсәт итте. Премьер-министр Дмитрий Медведев Рәсәй һәм Төркиә араһында чартер һауа юлына сикләүҙе алыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә. Чартер рейстары юлламаларҙың хаҡын 20-30 процентҡа кәметергә мөмкинлек бирә.

Рәсәй Транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, пассажир ташыусы компаниялар Федераль һауа транспорты агентлығына Төркиә курорттарына даими булмаған осоштар яһау өсөн ғаризалар бирә башлаған.

Рәсәй Туриндустрия союзында аңлатыуҙарынса, миҙгел тамамланыу сәбәпле, әлеге ҡарар табышҡа бик үк йоғонто яһамай. Октябрь айында Мысыр ҙур һорау менән файҙалана, әммә уның менән һауа юлы тергеҙелмәгән.

Йыл башында «Төрөк авиалиниялары» вәкилдәре хәбәр иткәнсә, илдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында Өфө — Истанбул — Өфө пассажирҙар ағымы 50 процентҡа кәмегән.