7 декабрь, Шаршамбы

29 август 2016 йыл, 15:07

Өфөлә «Саошиант тураһында легенда» («Урал батыр») тип аталған заманса балет ҡуйыла

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Саошиант тураһында легенда» («Урал батыр») тип аталған заманса балет ҡуйыла. Күптән түгел уны Ҡырымда үткән «Таврида» Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумында Өфө сәнғәт институтын тамамлаған йәш балерина Адэлина Алсынова тәҡдим итте. Проект федераль форумдың 100 мең һумлыҡ грантына лайыҡ булды. Грант шарттарына ярашлы, «Саошиант тураһында легенда» 2017 йылда Өфө сәхнәләренең береһендә ҡуйылырға тейеш.

«Саошиант тураһында легенда» («Урал батыр») проекты – мультимедиялы хореографик спектакль. Музыка авторы – танылған башҡорт композиторы Азамат Хәсәншин.

«Саошиант идеяһы («киләсәкте ҡотҡарыусы») – зороастризм эпосы геройы Урал батыр образы аша һынландырылған. Мәңгелек темалар: туғандар араһында дошманлыҡ, Изгелек менән Яуызлыҡтың көрәше, һәм, ниһайәт, Геройҙың үҙ-үҙен ҡорбан итеү идеяһы бер кемде лә битараф ҡалдыра алмай», — тип һөйләне Азамат Хәсәншин.

«МеЖду танцем» оҫтаханаһы (етәксеһе – Ольга Даукаева) һәм рәссам Вәсил Ханнанов менән берлектә проект өҫтөндә эш өс йылдан ашыу дауам итә. Ҡайһы бер фрагменттар 2013-2014 йылдарҙа тәҡдим ителде. 2016 йылдың 20 июнендә проект «Мюзик-Холл 27» клубында ойошторолған заманса хореография фестивалендә күрһәтелде.

Фотола: Адэлина Алсынова, Вәсил Ханнанов, Ольга Даукаева, Азамат Хәсәншин.