6 декабрь, Шишәмбе

29 август 2016 йыл, 13:58

Рөстәм Хәмитов «МИР» йәштәр конвентында ҡатнашыусылар менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 27 августа Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Йәштәр. Идеялар. Үҫеш» йәштәр конвентында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Төбәк Башлығы йәштәргә үҙенең көн тәртибе, Башҡортостандағы иҡтисади һәм демографик хәл тураһында һөйләне, айырыуса мәғариф мәсьәләләренә туҡталды.

– Хәҙер йәштәр өсөн иң мөһиме – сифатлы белем алыу. Бөгөн республикабыҙҙа белем биреүҙең сифатын күтәреү кәрәклеге хаҡында һүҙ алып барыуығыҙҙы беләм. Уҡыу йорттары һәйбәт булһа ла, күп кенә заманса йүнәлештәр буйынса белем алыу өсөн улар ғына етмәй, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Йәштәребеҙ ошо йүнәлештәр буйынса Өфөлә уҡый алһын өсөн белем биреүҙе тейешле кимәлдә ойоштороу мөһим.

Осрашыу барышында республика Башлығы конвентта ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Муниципалитеттарҙың инфраструктураһын үҫтереү, шул иҫәптән спорт, мәҙәни, социаль объекттар төҙөү һәм уларҙы реконструкциялау йәштәрҙе борсоған төп темаларҙың береһе булды. Мәҫәлән, Бөрө ҡалаһы вәкиле «Республиканың 100 йыллығына – 100 яңы объект» проекты сиктәрендә ҡалала яңы бала табыу йорто төҙөүҙәрен һораны.

Фән мәсьәләләрен тикшергәндә, ҡатнашыусыларҙың береһе ауыл хужалығын ғилми-техник яҡтан үҫтереүгә арналған төбәк Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышын үткәрергә тәҡдим итте. Йәштәр унда профилле ведомстволарға үҙҙәренең идеяларын һәм проекттарын тәҡдим итә алыр ине. Рөстәм Хәмитов башланғысты хупланы һәм көҙ көнө үк ошондай ултырыш буласағын билдәләне.

Республика алдында торған глобаль мәсьәләләр тураһында һорауға яуап биргәндә, төбәк етәксеһе улар иҫәбендә Башҡортостанда дуҫтарса ижтимағи-сәйәси мөхит булдырыуҙы һәм һәләтле йәштәрҙең ситкә китеүен атаны.

Осрашыу һуңында төбәк Башлығы республика етәкселегенә Берҙәм йәштәр программаһының мөһим наказдарын уҡып ишеттерҙе. Улар белем биреүҙең сифатын һәм абруйын күтәреүгә, йәштәр торлаҡ кооперативтарын индереүгә, туризмды үҫтереүгә, Йәштәр йорто һәм республика технополисын асыуға ҡағыла.

«МИР» проекты йәштәрҙең иң яҡшы вәкилдәрен берләштереүгә, башланғыстарҙы бергәләп тормошҡа ашырыуға йүнәлтеүгә, йәштәрҙең ҡеүәтен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Проект сайтты һәм уға бәйле мобиль ҡушымтаны, «Кадрҙар активы» мәғариф программаһын, ойошмаларҙың, әүҙем ағзаларҙың һәм муниципаль берәмектәрҙең эшмәкәрлеген баһалау системаһын үҙ эсенә ала, шулай уҡ йыл һайын «Йәштәр. Идеялар. Үҫеш» йәштәр конвентын һәм «Тыныслыҡ. Хеҙмәт. Май» йәштәр кадрҙар конференцияһын үткәреүҙе күҙ уңында тота.