4 декабрь, Йәкшәмбе

26 август 2016 йыл, 17:36

Башҡортостан йылғаларында һыу кимәленең кәмеүе күҙәтелә

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда йылғаларҙың һайығыуы күҙәтелә. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, был йәйҙең ҡоро килеүенә бәйле.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 27 августа Бөрө ҡалаһы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында хәүефле күренеш — һыу кимәленең кәмеүе көтөлә. Ун көн буйына бында һыу кимәле биш сантиметрҙан кәмерәк буласаҡ. 25 августа иртән ошо күрһәткес минус 13 сантиметр тәшкил иткән, был күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 46 сантиметрға кәмерәк. Шундай тарихи минимум 2012 йылдың 19 авгусынан 24-нә тиклем теркәлгән.

17 августан Өфө эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында һыу кимәленең кәмеүе дауам итә — минус 138 сантиметр. Тарихи минимум — минус 161 сантиметр 2012 йылдың сентябрь айында теркәлгән. Ҡариҙел йылғаһында ла ошондай уҡ күренеш күҙәтелә.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, киләһе аҙнала ла йылғаларҙа һыу кимәленең кәмеүе дауам итә.