3 декабрь, Шәмбе

26 август 2016 йыл, 16:02

Ҡытайҙа башҡорт балы ҙур һорау менән файҙалана

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Ҡытайҙа башҡорт балы ҙур һорау менән файҙалана. Бер ай элек кенә продукцияның тәүге партияһы Ҡытай Халыҡ Республикаһының Синьцзян-Уйгур автономиялы районына оҙатылғайны. Әле яңы экспорт партияһына килешеү төҙөлгән.

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры, республика Дәүләт Йыйылышы депутаты Әмир Ишемғолов хәбәр итеүенсә, продукцияның һынау партияһы урындағы лабораторияларҙа тикшерелгән һәм импортер илдең талаптарына тулыһынса тап килгән сифат сертификатына эйә булған. Ҡытайҙа Башҡортостандың брендлы продукцияһы һатып алыусыларҙа ҙур һорау менән файҙаланған.

«Әле Ҡытай Халыҡ Республикаһының ошо уҡ районындағы икенсе фирманан заказ килде. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә килешеү төҙөлдө. Беҙ тауар өсөн аҡсаны алдыҡ һәм бөгөн 4 тонна бал оҙатабыҙ», — тип һөйләне Әмир Ишемғолов.