8 декабрь, Кесе йома

26 август 2016 йыл, 14:53

Өфөлә Квартет төнө классик музыка һөйөүселәрҙе йыйҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Аллеялағы музыка» фестивале тамамланды. Рөстәм Сөләймәнов квартетының киске концерттары «Башҡортостан» лайфстайл үҙәге майҙанында уҙҙы. Квартет төнө фестивалдең иң юғары нөктәһе булды.

Концерттың тәүге бүлегендә Антонио Вивальдиҙың «Йыл миҙгелдәре» яңғыраны. Икенсеһендә музыканттар И.С.Бах, И.Пахельбель, П.Чайковский, А.Пьяццолла, Э. ди Капуа, Н.Ротаның әҫәрҙәрен башҡарҙы. Рөстәм Сөләймәнов, Нурия Солтаншина (скрипка), Татьяна Давыдова (альт), Александра Кондукторова (виолончель) һәм Юлия Абросимова (пианино) тамашасыларға музыкаль асыштар бүләк итте.

Өфөләр популяр классиканы яратып тыңланы, аралашты. Күптәр ғаиләләре менән килгән. Тыңлаусылар әйтеүенсә, асыҡ һауалағы концерттар балаларҙы академик музыкаға йәлеп итеү өсөн бик уңайлы.

Фестиваль идеяһының авторы — дирижер һәм скрипкасы, квартет етәксеһе, Н.Жиганов исемендәге Ҡазан консерваторияһы ассистенты Рөстәм Сөләймәнов. «Өфөләргә был концертты яңы ижад миҙгеле башланыр алдынан бүләк иттек, алда — Өфөлә, Ҡазанда, Хабаровскиҙа көҙгө концерттар», — тине Рөстәм Сөләймәнов.