6 декабрь, Шишәмбе

26 август 2016 йыл, 14:05

Башҡортостанда игендең уңышы яҡынса 3 миллион тоннаға еткән

фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөгөнгә Башҡортостан аграрийҙары 2 989 мең тонна ашлыҡ йыйған. Сағыштырыу өсөн: былтыр 1 420 мең тонна иген йыйылғайны.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әлегә иң күп ашлыҡты Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Илеш, Мәләүез, Ауырғазы, Дәүләкән һәм Шишмә райондары игенселәре алған.

Республикала һәр гектарҙан уртаса уңыш 19,4 центнер тәшкил итә. Был йәһәттән Саҡмағош районы алда бара, унда һәр гектарҙан 30,2 центнер уңыш алына.