Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Республикала балалар ислам нигеҙҙәрен һәм Ҡөрьән сүрәләрен белеүен күрһәтәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Аҙна аҙағында Өфөләге «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә балалар һәм үҫмерҙәр араһында «Мин исламды өйрәнәм» конкурсы үтә. Сара 13-сө тапҡыр ойошторола, уның маҡсаты — традицион исламдың юғары әхлаҡи принциптары нигеҙендә балаларға рухи тәрбиә биреү. Ойоштороусы булып М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Мосолман мәғарифын үҫтереүҙең тикшеренеү үҙәге ярҙамында Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты сығыш яһай.

Әле үк Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, шулай уҡ күрше республика һәм өлкәләрҙән 300-ҙән ашыу бала конкурста ҡатнашырға теләк белдергән.

БДПУ-ның Мосолман мәғарифын үҫтереүҙең тикшеренеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре Зөфәр Тимербулатов хәбәр итеүенсә, еңеүселәр өс номинация буйынса билдәләнә. Уларҙың һәр береһе минималь белем күләме, Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләү менән айырылып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть