3 декабрь, Шәмбе

24 август 2016 йыл, 14:13

Башҡортостан дәүләт интервенция фондына 185 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һатырға ниәтләй

фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан аграрийҙары дәүләт интервенция фондына 185 мең тоннанан ашыу иген тапшырырға ниәтләй. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 15 райондан 29 хужалыҡ иген интервенцияларында ҡатнашырға иҫәп тота.

2001 йылдан башлап илдә ашлыҡҡа эске хаҡтарҙы тотороҡландырыу өсөн тауар интервенциялары үткәрелә. 2009 йылдан Берләшкән иген компанияһы интервенция үткәреү буйынса дәүләт агенты булып тора.