11 декабрь, Йәкшәмбе

24 август 2016 йыл, 13:09

Өфөлә яңы Затон күперендә асфальт түшәлә

фото: Өфө хакимиәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә яңы Затон күперендә асфальт түшәлә. Тиҙҙән автомобилдәр ошо күперҙән ҡалаға инә башлаясаҡ. Ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әлеге мәлдә 836 метрҙың 500-дә эштәр башҡарылған. Ҡалған участкала төҙөүселәр гидроизоляция үткәреүҙе тамамлай. «Төҙөлгән килешеү нигеҙендә асфальтҡа гарантия ваҡыты буласаҡ», — тип билдәләнеләр мэрияла.

Бөгөн Затон күпере республиканың ҙур инфраструктура проекты һанала. Объект составында 61 метр оҙонлоғонда йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүеле төҙөү ҡаралған.

темалар: төҙөлөш, күпер