9 декабрь, Йома

24 август 2016 йыл, 12:30

Урман янғыны хәүефе арҡаһында «Башҡортостан» милли паркы туристарҙың килеүен сикләне

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Урман янғыны хәүефе арҡаһында «Башҡортостан» милли паркы 28 авгусҡа тиклем туристарҙың килеүен сикләне. Был хаҡта парк хакимиәте хәбәр итә. «Шүлгәнташ», «Башҡортостан» ҡурсаулыҡтарында, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында ут сыҡты. Был янғындарға ҡоро йәшен разрядтары сәбәпсе булды.

Мәләүез районы биләмәһе — «Күперле» карст күпере, Ҡотоҡ-Сумған мәмерйәләре тулыһынса ябыҡ. Бөрйән һәм Күгәрсен райондары сигендәге биләмәгә парк хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында ғына инергә мөмкин. Нөгөш һәм Йомағужа һыу һаҡлағыстарына, Нөгөш, Үрек һәм Ағиҙел йылғаларына юл асыҡ.