3 декабрь, Шәмбе

24 август 2016 йыл, 11:44

Башҡортостанда IV Төбәк-ара мөнәжәтселәр конкурсы уҙа

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 9 сентябрҙә Сибайҙа IV Төбәк-ара мөнәжәт башҡарыусылар конкурсы ойошторола. Бәйгелә мөнәжәт, нәсихәт, Мәүлит Ямалетдинов эшкәртеүендә Ҡөрьән сүрәләре номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнә. Сығыштарҙы компетентлы жюри ағзалары баһалай. Уның составына танылған сәсәндәр, мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәре инә.

Конкурсты ойоштороусылар — Республика халыҡ ижады эргәһендәге Сәсәндәр мәктәбе, Сибай ҡалаһы хакимиәте, Сибай сәнғәт колледжының «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе, «Ағинәйҙәр ҡоро», Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Конкурс халыҡ мәҙәниәтенең һирәк башҡарылған жанрын, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау, иң яҡшы башҡарыусыларҙы асыҡлау, мөнәжәттәрҙе тергеҙеүгә һәм башҡарыуға йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.

Конкурс тураһында положение www.rcntrb.ru сайтының  «Конкурстар һәм фестивалдәр» бүлегендә бирелгән.

темалар: конкурс