6 декабрь, Шишәмбе

24 август 2016 йыл, 10:38

Рөстәм Хәмитов: «Халыҡ-ара паралимпия комитетының Рәсәй йыйылма командаһын ситләтеү тураһында ҡарары – кешелекһеҙлек»

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара паралимпия комитетының Рәсәй йыйылма командаһын Рио-де-Жанейролағы Паралимпия уйындарынан ситләтеү тураһында ҡарарын кешелекһеҙлек тип атаны.

– Халыҡ-ара паралимпия комитетының бер ниндәй дәлилһеҙ Рәсәй йыйылма командаһын уйындарҙан ситләтеү тураһында ҡарары – кешелекһеҙлек. Ул юридик принциптарға ла, дөйөм халыҡ әхлағына ла яуап бирмәй. Юғары ҡаҙанышлы спорт паралимпиясылар өсөн ярыш ҡына түгел. Спортта еңеү яулап, улар яҙмышҡа саҡырыу ташлай. Беҙ ошо килеп тыуған хәлде ентекле тикшерергә тейешбеҙ. «Таҙа» спортсыларҙы халыҡ-ара кимәлдә яҡлау механизмдарын булдырырға кәрәк, – тине республика етәксеһе. – Башҡортостан Паралимпия хәрәкәтенең данлы традициялары бар. Иртәме-һуңмы, ғәҙеллектең өҫкә сығыуына бер ниндәй ҙә шик юҡ. Спортсылар һәм тренерҙар уларҙың хеҙмәттәрен шик аҫтына ҡуйырға маташыусыларға еңеүҙәр менән яуап бирәсәк. Йәмғиәттең һәм властың бурысы – уларға ошо йәһәттән төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 августа Халыҡ-ара паралимпия комитеты Бөтә донъя допингка ҡаршы агентлыҡ комиссияһының докладын өйрәнгәндән һуң Рәсәй спортсыларын Рио-де-Жанейролағы Паралимпия уйындарынан ситләтеү тураһында ҡарар ҡабул итте.

22 августа Спорт арбитраж суды Рәсәй Паралимпия комитетының дәғүәһен кире ҡаҡты һәм Халыҡ-ара паралимпия комитеты ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдырҙы.

Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 13 спортсы ҡатнашырға тейеш ине.