6 декабрь, Шишәмбе

23 август 2016 йыл, 17:37

Өфөлә «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәге «Кино төнө»нә саҡыра

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәге өфөләрҙе «Кино төнө»нә саҡыра. 27 августа мәҙәниәт учреждениеларында Бөтә Рәсәй акцияһы башлана.

Заманса сәнғәт үҙәгенең матбуғат секретары Дарья Малина хәбәр итеүенсә, майҙансыҡ совет, 90-сы йылдар кинематографы һәм заманса башҡорт киноһы зоналарына бүленә. Тәүгеһендә хәҙерге тамашасыларҙың күбеһенә таныш булмаған «Барышня и хулиган» (1918 йыл, реж. Владимир Маяковский), «Человек с киноаппаратом» (1929 йыл, реж. Дзига Вертов), «Ночь перед Рождеством» (1913 йыл, реж. Владислав Старевич), икенсеһендә «Титаник», «Все псы попадают в рай», «Челюсти» фильмдары күрһәтелә. Теләгән һәр кем исемлектәге фильмдарҙан өҙөк ҡарай ала. Шәхси видеокассеталар ҙа килтерергә мөмкин.

Өсөнсө зонала Өфө режиссерҙары Булат Йосоповтың «Визит» һәм Андрей Носковтың «Личное дело» фильмдары тәҡдим ителә. «Кино төнө»нөң программаһы киске сәғәт 8-ҙә башлана һәм һуңғы тамашасыға тиклем дауам итә. Билет хаҡы — 150 һум.