6 декабрь, Шишәмбе

23 август 2016 йыл, 16:53

Башҡортостан рецепт буйынса дарыуҙар һәм инвалид балаларҙы туҡландырыу өсөн 625 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан федераль ҡаҙнанан граждандарҙың айырым категорияларын рецепт буйынса дарыуҙар, медицина әйберҙәре, дауалаусы туҡланыу продукттары менән тәьмин итеү өсөн субвенция аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәтенең бойороғона ярашлы, төбәккә ошо маҡсатта өҫтәмә рәүештә 625 миллион һумдан ашыу аҡса бирелә.

Министрҙар Кабинеты сайтында аңлатылыуынса, 2016 йылдың I кварталында дәүләттән социаль ярҙам алырға хоҡуҡлыларҙың федераль регистрында 190 220 кеше теркәлгән. Регистрҙа граждандарҙың дөйөм һаны 3 560 262 тәшкил иткән.

Шуға бәйле төбәктәргә ҡаҙна ассигнованиелары күләме 1,442 миллиард һумға (32,096 миллиардҡа тиклем) арттырылған.