3 декабрь, Шәмбе

23 август 2016 йыл, 15:05

Башҡортостандың ике районында иген йыйыу тамамлана

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ғафури һәм Нуриман райондары аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сабыуҙы тамамланы. Был райондарҙа һуғыу һуңғы гектарҙарҙа бара — пландың 98 һәм 99 проценты. Дүртөйлө, Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ райондары игенселәренә биш проценттан кәмерәк майҙанда ураҡ эштәрен башҡарыу бурысы тора.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әле 1509 мең гектар майҙанда ашлыҡ сабылған (пландың 84 проценты), 1478 мең гектарҙа һуғылған (82 процент).

Республикала бөгөнгә 2829 мең тонна ашлыҡ һуғылған. Уңыш гектарҙан 19,1 центнер тәшкил итә.