Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

«Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» сатира һәм юмор театры юмористик скетчтар конкурсын иғлан итте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә юмористик әҫәрҙәргә конкурс иғлан ителде. Уны ойоштороусылар — Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм «Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» сатира һәм юмор театры. Әҫәрҙәр монолог, диалог, скетч йәки интермедия жанрында булырға мөмкин.

«Беҙгә яңы, заманса авторҙар кәрәк, репертуарҙы яңыртырға теләйбеҙ. Юмористик әҫәрҙәрҙе яҙыуы ауыр, тәржемә ителгәндәре ҡыҙыҡ түгел. Һеҙгә скетч яҙғансы, ике шаршауҙан торған пьеса яҙам, тигәйне яңыраҡ бер яҙыусы», — тип һөйләне һөйләү жанры артисы Фаяз Йәнтүрин.

«Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» сатира һәм юмор театры — Башҡорт дәүләт филармонияһының популяр эстрада-юмор төркөмө. Уны 1990 йылдың апрель айында һөйләү жанры артисы, республиканың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов ойоштора. Төркөмдөң репертуары даими яңыртыла. Артистар йәмғиәттең көнүҙәк проблемаларына мөрәжәғәт итә. Репертуарҙа Рәдиф Тимершин, Марсель Сәлимов, Вәлит Илембәтовтың һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәре бар.

Эштәр 25 августан 25 октябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе аҡсалата приздар көтә. Электрон почта: bayim@mail.ru («Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» конкурсына тигән билдә менән). Белешмә өсөн телефон: 8-961-047-72-02.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть