11 декабрь, Йәкшәмбе

23 август 2016 йыл, 13:16

Төбәктә өлкән йәштәге фатир хужалары капиталь ремонт өсөн компенсацияға өҫтәмә аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда өлкән йәштәге фатир хужалары күп фатирлы йортта капиталь ремонт өсөн түләү буйынса айлыҡ аҡсалата компенсацияға өҫтәмә аласаҡ. Был хаҡта республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында хәбәр иттеләр.

Әлеге мәлдә эшләмәүсе граждандарҙың айырым категорияларына торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн һәр муниципалитет буйынса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хаҡының республика стандарттарынан сығып 50 процент күләмендә айлыҡ аҡсалата компенсация бирелә. 2014 йылдың 1 октябренән күп фатирлы йортта дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауға иғәнә түләү ҙә стандарттарға индерелгән. Шуға ярашлы, граждандарға капиталь ремонтлауға иғәнә түләү өсөн сығымдарҙың 50 проценты кире ҡайтарыла.

«Капиталь ремонт өсөн 80 йәше тулған фатир хужаларына 100 процент компенсация түләнә», — тине хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Алты ҡатлыға тиклем йорттарҙа йәшәүселәр өсөн айлыҡ аҡсалата компенсацияға өҫтәмә күләме — 85,80, алты ҡаттан юғарыраҡ йорттарҙа йәшәүселәр өсөн 95,70 һум тәшкил итәсәк.

Айлыҡ аҡсалата компенсацияға өҫтәмә автоматик рәүештә башҡарыла. Аҡса 2016 йылдың 1 ғинуарынан башлап күсерелә.