10 декабрь, Шәмбе

23 август 2016 йыл, 11:57

Баш ҡалала сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 135 йыл тулыуға ҡарата китап донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ошо көндәрҙә «Матбуғат донъяһы» нәшриәтендә филология фәндәре кандидаты Нияз Сәлимовтың «Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов» тигән китабы донъя күрҙе. Китап танылған һүҙ оҫтаһы, мәғрифәтсе Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 135 йыл тулыуға бағышланған.

Йыйынтыҡта сәсәндең тормош һәм ижад юлына байҡау яһалған, уның шиғырҙары, ҡобайырҙары, йырҙары һәм әкиәттәре ингән. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Рәшит Аҡкөбәков күпселек әҫәрҙәрҙе ғәрәп теленән башҡортсаға тәржемә иткән. Баҫмаға Фәрит Иҫәнғоловтың «Арыш башағы» романынан өҙөктәр индерелгән, унда Вәлиулла Ҡоломбәтов  — төп геройҙарҙың береһе. Китапта Вәлиулла Ҡоломбәтов тарафынан яҙып алынған Салауат Юлаевтың «Һандуғас», «Зөләйха», «Яу» шиғырҙары һәм милли батыр тураһында ҡобайыр баҫылған.

Сәсән-мәғрифәтсенең бай мираҫы тупланған йыйынтыҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, студенттар һәм фольклор менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы буласаҡ.

темалар: китап сығарыу