Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Өфөлә мәктәптәр һәм баҡсалар балаларҙы ҡабул итеүгә 99 процентҡа әҙер

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә мәктәптәр һәм баҡсалар  балаларҙы ҡабул итеүгә 99 процентҡа әҙер. 25 авгусҡа белем биреү учреждениеларында ремонт эштәре 100 процентҡа тамамланасаҡ. 23 августа ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова ошо хаҡта белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, 80 бинаны — 36 мәктәпте, 40 балалар баҡсаһын һәм дүрт өҫтәмә белем биреү учреждениеһын капиталь ремонтлау өсөн ҡала бюджетынан 100 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Бынан тыш, юл-транспорт хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бүленде. Әҙерлек осоронда мәктәптәр янында 300 юл билдәһе, 10 светофор ҡуйылған һәм 16 мең квадрат метр юл тамғалары һыҙылған. Быйыл мәктәптәр һәм балалар баҡсалары өсөн ике тапҡырға тиерлек күберәк дәреслектәр һәм уйынсыҡтар һатып алынған.

2016 йылда 12,2 мең уҡыусы беренсе класҡа бара, тип билдәләне Елена Хаффазова. Ҡалала бөтәһе 107,1 мең уҡыусы белем  ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть