Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Республикала халыҡ-ара бал этнофестивале уҙа

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

10 сентябрҙә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында «Бөрйән балы – башҡорт даны» тип аталған халыҡ-ара этнофестиваль ойошторола.

Этнофестивалдең программаһында бал һәм умартасылыҡ продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһе, урындағы етештереүселәрҙең ауыл хужалығы продукцияһын һатыу, һөнәрселәрҙең һәм ҡул эше оҫталарының оҫталыҡ дәрестәре, күңел асыу программаһы, спорт уйындары һәм концерт ҡаралған.

Фестиваль умартасылыҡты үҫтереү һәм Бөрйән бал ҡорто популяцияһын һаҡлау, солоҡсолоҡто популярлаштырыу, умартасыларға булышлыҡ итеү һәм агротуризмды үҫтереү маҡсатында үткәрелә.

Сарала ҡатнашыу өсөн ғаризалар 8 (34755) 3-62-42, 8 (34755) 3-62-86 телефондары буйынса ҡабул ителә, электрон почта: bursanicks@mail.ru.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть